

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йәйге-көҙгө эштәргә йомғаҡтар яһанылар, ҡышҡа һуңғы әҙерлектәр барышын тикшерҙеләр. Иң башта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең идара итеү командаһына һәйбәт эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте.
“Беҙ бергә биш йыл эшләнек. Хәҙер әйтәм дә, теманы ябабыҙ: бөтә ҡаҙаныштарығыҙ юҡҡа сыҡты, ә етешһеҙлектәрегеҙ икеләтә арта. Ә минең етешһеҙлектәр юҡ. Барығыҙға ла ошо яҡшы биш йыл өсөн рәхмәт”, – тине ул шаянлы-ысынлы.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа республикала “Амкодор” холдингының иген таҙартыусы киптергес комплекстар етештереү буйынса завод төҙөү идеяһы һәм уны туғыҙ ай эсендә тормошҡа ашыра алғандары өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙ был заводты туғыҙ ай эсендә төҙөп бөтәбеҙ тип һүҙ биргәйнек, бөгөн ул эшләй ҙә башланы. Киләһе бульдозерҙар, экскаваторҙар һәм грейдер етештереүсе 41 мең квадрат метрлыҡ заводты бер йылдан төҙөргә һүҙ бирәләр. Әгәр был тормошҡа ашһа – ысын мәғәнәһендә героик эш буласаҡ. Республика ошондай техника етештерә алһын ине тип гел хыялландым, – тине Радий Хәбиров.
Өс чиновник республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары һәм транспорт инфраструктураһының ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә автобустар араһында хәрәкәт интервалы ҡыҫҡартыласаҡ. Был йылдың һалҡын ваҡытында пассажирҙарҙың артыуы менән бәйле һәм ошоно иҫәптә тотоп, “Башавтотранс” теҙмәне үҙгәрткән. Хәҙер пик ваҡыттарында автобустар йышыраҡ йөрөй башлаясаҡ.
Бынан тыш һалҡындар башланғансы автовокзалдарҙа барлыҡ системалар ҙа әҙерләнгән. Биналарҙы ентекле тикшергәндәр һәм барлыҡ системаларҙы һынап ҡарағандар. Бында һыу йылытыу ҡаҙанлыҡтары, йылылыҡ селтәре, электр ҡорамалдары, һыу менән тәьмин итеү системалары, елләтеү һәм канализация ингән.
Александр Клебанов Радий Хәбировҡа республикаға киләсәк Yutong маркалы автобустар яҙмышы тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, яңы автобустар бер-ике аҙна эсендә килеп етәсәк, шулай уҡ уларҙы иҫәпкә алыу һәм страховкалау өсөн ваҡыт кәрәк.
Ул шулай уҡ урта һәм бәләкәй класлы 250 автобус киләсәге тураһында хәбәр итте. Был программа 2024 йылдың февраленә тиклем ғәмәлдә, тик министрлыҡ уларҙы декабргә тиклем алырға планлаштыра.
Кәңәшмәлә мәктәп автобустарының ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде. Министр хәбәр итеүенсә, уларҙың барыһы ла балаларҙы ташырға әҙер.
“23 октябргә тиклем автобустарҙы миҙгел хеҙмәтләндереүе тамамланасаҡ. Бында салонды йылытыу системаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү ҙә инәсәк”, – тине министр.
Александр Клебанов әйтеүенсә, ҡыш көнө юлдар ҡомло-тоҙло ҡатнашма менән эшкәртеләсәк. Юл хеҙмәттәре талап ителгән боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдарҙың 80 процентын әҙерләгән, был 607 мең тонна самаһы. “Башкиравтодор” филиалдарында 155 мең тонна ҡом бар. Ҡатнашма мохтажлыҡ булыу менән тулыландырылып барасаҡ. Уларҙы әҙерләү һәм һаҡлау өсөн базалар әҙерләнгән, тине министр.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, баш ҡала ҡышты ҡаршы алырға әҙер. Атап әйткәндә, баш ҡалала төҙөлгән яңы ҡар иретеү пункты эшләнеп бөткән. Шулай итеп, быйыл ҡыш Өфөлә ике пункт эшләйәсәк, береһе Трамвай, икенсеһе Сәғит Агиш урамында урынлашасаҡ.
– Ҡар иретеү пункты кеүек инфраструктура Өфөлә 14 йыл буйы төҙөлмәгән. Шуға күрә яңы объект өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт. Беҙҙең барыһы ла әҙер, ҡар яуа башлауын көтәбеҙ. Ҡыш еткәс, тағы ҡайҙа бындай пункттар кәрәклеге аныҡ билдәле буласаҡ, – тине мэр.
Радий Хәбиров барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына әүҙем рәүештә коммуналь техника алырға ҡушты.
– Бының ҡатмарлы икәнлеген аңлайым. Әлегә аҡса ла юҡ кеүек. Тик мин муниципалитеттарҙа бюджет дефицитын күргәнем юҡ. Техника алығыҙ, бының өсөн төрлө финанс ҡоралдары бар. Барыбер һеҙҙән талап итәсәкбеҙ, сөнки биләмәне таҙалыҡта һеҙ тоторға тейеш, – тине республика етәксеһе.
Йылытыу миҙгеленә килгәндә, алдан Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 12 октябргә бөтә социаль объекттарға һәм күп фатирлы йорттарға ла йылы бирелгән. Шылтыратыуҙар булған, тик улар башлыса ваҡ мәсьәләләргә генә ҡағылған. Шулай итеп, республикала тулы кимәлдә йылытыу миҙгеле башланды.
Фото: ufa.aif.ru