Иҡтисад
17 Октябрь 2023, 07:20

Рәсәй менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығый

“Алға" махсус иҡтисади зонала яңы мөмкинлектәр асыла.

Рәсәй менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығыйРәсәй менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығый
Рәсәй менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығый

Бөйөк ебәк юлы үҫеше программаһына ярашлы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы сауҙа логистик базаһын урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡарала.

 - Махсус иҡтисади зонаны күҙ уңында тотоп, Рәсәй һәм Ҡытайҙың сәнәғәт кооперацияһын әүҙем үҫтереү ниәтләнә. Быға тиклем Ассоциация вәкилдәре республикала булып китте, хәҙер яңы тәҡдимдәр менән ҡабат килделәр. Сауҙа-логистик база асыуҙан тыш, партнерҙар Ҡытайға Башҡортостан етештереүселәренән аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеген дә ҡарай. Был һорауҙар буйынса профиль ведомстволары менән эш алып барыласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Ҡытай партнерҙары билдәләүенсә, сауҙа-логистик база өсөн тап “Алға” үҙенең уңайлы географик урынлашыуы менән иң ныҡ тура килгәне.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас