

Өфө ҡалаһында "Легпром" еңел сәнәғәт форумының уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әйткәндәй, беҙҙә бындай сара йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә уҙғарыла. Ошо уңайҙан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев матбуғат конференцияһында хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Александр Николаевич билдәләүенсә, ошо форум - Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек. Бынан тыш киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ эшләү өсөн нимә етмәүен асыҡлау йәһәтенән дә ныҡ отошло.
"Легпром" форумы үҙ майҙанында эксперттарҙы, предприятиеларҙы берләштерә. Ике көн барған (25 һәм 26 октябрь) форумда Рәсәй төбәктәренән тыш Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикаларынан вәкилдәр ҡатнаша.
"Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Фото: Илдар Аҡъюлов.