

Яңауыл районында Сытырман – Үрге Сат юлы участкаларының береһендә ремонт эше тамамланды. Подрядсылар Ямаҙы ауылы эргәһендәге 3,2 километр оҙонлоғондағы участкала асфальт-бетон япмаһын яңыртты. Юл һалыусылар шулай уҡ юл ситтәрен нығытты һәм разметка эшләне. Был эштәргә 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
–Был юл ете тораҡ – Сытырман, Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге Сат һәм Үрге Сат ауылдары халҡы өсөн бик кәрәк. Уларҙа 1,5 меңгә яҡын кеше йәшәй,– тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Быйыл Сытырман – Үрге Сат юлының 12,5 километрын ремонтлау планлаштырыла. 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге 470 километр юлды ремонтлау планлаштырыла. 165 километры ремонтланған, ә 305-ендә ремонт эштәре дауам итә. Ноябрь аҙағына тиклем эште тамамларға тейештәр.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22040/