Иҡтисад
23 Октябрь 2023, 14:30

Тармаҡ үҫеш талап итә

Йыл башынан алты ай эсендә район универмагтарын төҙөкләндереү һәм тергеҙеүгә 113,1 миллион һум күмәлендә инвестиция һалынған.

Тармаҡ үҫеш талап итәТармаҡ үҫеш талап итә
Тармаҡ үҫеш талап итә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары докладтар менән сығыш яһаны. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ҡулланыусылар кооперацияһына ярҙам тураһында һөйләне.

Был системаны “Башпотребсоюз” йәмғиәте тәшкил итә. Ул 118 кооператив ойошма һәм 11 меңдән ашыу пайсыны берләштерә. 181 предприятие етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бында икмәкханалар, алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, ярымфабрикаттар, кондитер изделиелары эшләү инә.

Башпотребсоюз Рәсәй төбәктәре һәм дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлек итә. Тәжрибә уртаҡлашыу һәм поставкалар ойоштороу өсөн Алтай крайы, Калининград, Свердловск, Силәбе, Ырымбур һәм Ленинград өлкәләре менән килешеүҙәр төҙөлгән. Иран, Беларусь, Үзбәкстан менән тығыҙ бәйләнеш ойошторолған.

Йыл башынан алты ай эсендә район универмагтарын төҙөкләндереү һәм тергеҙеүгә 113,1 миллион һум күмәлендә инвестиция һалынған. Уның 36,58 миллион һумы – Башпотребсоюз аҡсалары. Ә йыл йомғаҡтары буйынса инвестиция күләме 200 миллион һум самаһы буласаҡ. Был алдағы йылдар менән сағыштырғанда бик ҙур күләм.

Мәҫәлән, августа Мораҡта универмаг асылған, уны төҙөкләндереү өсөн 4,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөтә майҙандарҙы ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡуртымға алған. Борайҙағы универмагты капиталь ремонтлау өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе ҡатта селтәрле магазин урынлашҡан, икенсе ҡатта кафе-кулинария эшләнә. Ауырғазы районында етештереү цехын яңыртыуға 10 миллион һум аҡса һалынған. Унда балыҡ ярымфабрикаттары етештереләсәк. Министр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта тауар килтереүгә күмәртәләп һатҡан поставщик менән килешеү төҙөлә, ул 10-дан ашыу муниципалитетты тәьмин итәсәк. Йылайырҙағы ҡулланыусылар кооперативында капиталь ремонт һәм ҡорамалдарҙы яңыртҡандан һуң икмәкхана эшләй башлаясаҡ. Унда көн һайын бер тонна тауар етештерелә.

– Бөтәһе республикала 60-тан ашыу ҡулланыусылар кооперативы яңыртылды. Тик беҙ бының менән генә туҡтарға йыйынмайбыҙ, – тине Алексей Гусев.

– Башҡортостан – ауыл халҡы күп йәшәгән төбәк. Шуға күрә ҡулланыусылар кооперацияһы әүҙем эшләргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас