Иҡтисад
23 Октябрь 2023, 15:45

Вебинарҙар үткәреләсәк

Ведомство контроле заказсылар тарафынан һатып алыуҙар өлкәһендә ебәрелгән закон боҙоуҙарҙы асыҡларға ярҙамлашасаҡ. 

Вебинарҙар үткәреләсәкВебинарҙар үткәреләсәк
Вебинарҙар үткәреләсәк

Башҡортостан Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты дәүләт власы органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре өсөн һатып алыу эшмәкәрлегенә ведомство контроле үткәреү мәсьәләләре буйынса  вебинарҙар циклы үткәрә.

– Ведомство контроле заказсылар тарафынан һатып алыуҙар өлкәһендә ебәрелгән закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөүгә йүнәлтелә. Семинарҙар ведомство контролен алып барған органдарға һатып алыуҙар тураһындағы закондың төп положениеларын аңлатырға, шулай уҡ тикшереүҙәр сифатын яҡшыртырға булышасаҡ, – тип билдәләне Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Тәүге вебинар ошо йылдың 20 октябрендә үткәрелде. Икенсеһе 25 октябрҙә ойоштороласаҡ. Дәүләт комитеты белгестәре һатып алыуҙар тураһындағы положениеларҙы аңлатасаҡ, конкурентлы һатып алыуҙарҙы үткәреү шарттары менән таныштырасаҡ. Һуңғы вебинар 31 октябрҙә үтәсәк. Үткәрелгән семинарҙар һөҙөмтәһе буйынса әҙерләнгән материалдар дәүләт комитетының рәсми сайтына урынлаштырыласаҡ.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22041/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас