

Унда “Кубометр” компанияһы директоры Руслан Ишморатов Октябрьский ҡалаһында бетондан вибропресланған әйберҙәр етештереү буйынса завод төҙөү проектын тәҡдим итте. Был юҫыҡта, һүҙ юл-төҙөлөш тармағы өсөн тротуар плиткалары, бордюрҙар һәм башҡа продукция етештереү хаҡында барҙы.
Бөгөнгө көнгә инде Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында инвестор ер биләмәһен һайлаған һәм проект-эҙләнеү эштәренә тотонған. Заводты төҙөүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме 300 миллион һум буласаҡ. Производствоны асҡандан һуң унда 50-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ.
Проектҡа ярҙам сифатында һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус биреләсәк. Октябрьский хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Ә республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды заводты төҙөүгә займ бүләсәк.
“Инвестиция сәғәте”ндә тағы ла “Йәшелсәселек” крәҫтиән хужалығының генераль директоры Марат Ғәйфуллин Туймазы районында теплица комплексын яңыртыу пландары хаҡында һөйләне.
Агропредприятие 1999 йылдан алып эшләй һәм 55 гектар ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан. 2019 йылда бында 4 гектар теплица яңыртыла башланы.
Яңы инвестиция проекты сиктәрендә 2023-2024 йылдарҙа 20 гектар майҙанда теплицаларҙы яңыртыу, шулай уҡ 4 гектар майҙанда өҫтәмә комплекстар төҙөү планлаштырылған. Материалдарға һәм ҡорамалдарға 277,4 миллион һум китәсәк. Һөҙөмтәлә үҫтерелгән йәшелсәләрҙең йыллыҡ күләме 4,5 мең тоннанан 5,5 мең тоннаға тиклем артырға тейеш. Әйткәндәй, был агропредприятие йәшелсәһенә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ихтыяж ҙур.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республиканың Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы хупланы.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.