

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов төбәктәр менән инвестициялар буйынса штаб ултырышын видеоконференция форматында үткәргән. Штаб ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында субъекттарҙа төбәк инвестиция стандартын үҫтереү буйынса саралар һәм был эштең һөҙөмтәһен баһалау тураһында фекер алыштылар.
“Төбәктәрҙә региональ инвестиция стандартын алға табан үҫтереү иң яҡшы практикаларҙы анализлау һәм индереү, инвестиция командаларының квалификацияһын күтәреү, селтәрҙәргә тоташтырыу сроктарын ҡыҫҡартыу өсөн ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм “епһеҙ” клиент юлы булдырыу аша барырға тейеш, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры.
Рөстәм Моратов, ултырыш һөҙөмтәһенә комментарийҙар биреп, регинвестстандарттың барлыҡ элементтары оператив рәүештә Башҡортостандың инвестициялар үткәреү системаһына индерелгәнен һәм федераль үҙәк тарафынан күп тапҡырҙар иң яҡшы практикалар булараҡ билдәләп үтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ Рөстәм Моратов бизнестың яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеү системаһы тураһында хәбәр итеүгә йүнәлтелгән даими мәғлүмәти кампания үткәреү кәрәклеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.