Иҡтисад
28 Октябрь 2023, 15:45

Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе

2030 йылда республика халҡы ғорурланырлыҡ проекттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙеРадий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн, 28 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған стратегик сессия үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ведомство етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте идаралығы начальниктары ҡатнашты.

–  Ҡайҙа барырға, ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреүҙе аңлау йәһәтенән беҙ республиканың киләсәкке үҫешенә аныҡ күҙаллауҙар индерергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.   – Республиканың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре бөгөн насар түгел. Беҙ бергә һәм ижади ҡарашта Башҡортостан-2030 стратегияһынын төҙөүҙе башларға тейешбеҙ. Һәм шуныһы мөһим: 2030 йылда республика халҡы ғорурланырлыҡ проекттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан. 

Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Радий Хәбиров стратегик сессия үткәрҙе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас