Иҡтисад
31 Октябрь 2023, 12:15

Маргарита Болычева "Сәләм" эфирында Башҡортостан стенды тураһында һөйләне

2023 йылдың 4 ноябренән 2024 йылдың 12 апреленә тиклем Мәскәүҙә ВДНХ-ла "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтә.

Маргарита Болычева "Сәләм" эфирында Башҡортостан стенды тураһында һөйләнеМаргарита Болычева "Сәләм" эфирында Башҡортостан стенды тураһында һөйләне
Маргарита Болычева "Сәләм" эфирында Башҡортостан стенды тураһында һөйләне

"Сәләм" иртәнге шоу эфирында Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева 2023 йылдың 4 ноябренән 2024 йылдың 12 апреленә тиклем Мәскәүҙә ВДНХ-ла үтәсәк "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумындағы Башҡортостан Республикаһы стенды тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, тышҡы иҡтисад ведомствоһы етәксеһе йыһан карабы рәүешендә эшләнгән стенд концепцияһы, планлаштырылған тематик көндәр һәм ағымдағы йылдың 3 декабрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы көнө тураһында һөйләне.

Халыҡ-ара күргәҙмә-форумдың үҙенсәлеге шунда: ул ярты йыл дауам итәсәк. 4 ноябрҙән 12 апрелгә тиклем күргәҙмәлә Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәренең ҡаҙаныштары күрһәтеләсәк, һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы ла үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк. Башҡортостан Республикаһы стенды технологик яҡтан иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора һәм күсмә халыҡтан алып пилотһыҙ осоусыларға тиклем концепция менән таныштырасаҡ. Стендты йыһан карабы рәүешендә башҡарыу килеүселәрҙе киләсәккә күсерергә мөмкинлек бирәсәк, ә интерактив панелдәрҙә республикабыҙҙың төп проекттары һәм уңыштары күрһәтеләсәк, - тип фекер уртаҡлашты Маргарита Болычева.

Күргәҙмә майҙансыҡтарында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, аҙыҡ-түлеге, тауарҙары менән танышырға һәм төбәк ойошторған сараларҙа булырға мөмкин. Күргәҙмә ҡунаҡтары төбәктең алдынғы проекттары, шул иҫәптән КумАПП-тың пилотһыҙ осоу аппараттары менән таныша, тематик көндәр сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының сәнәғәте, ауыл хужалығы, мәҙәниәте менән таныша һәм башҡа бик күп сараларҙа ҡатнаша ала.

3 декабргә билдәләнгән Башҡортостан Республикаһы көнө төбәк стендындағы төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Был көндө күргәҙмә майҙансыҡтарында һәм урам сәхнәһендә республиканың алдынғы башҡарыусылары һәм коллективтары ҡатнашлығында бай концерт программаһы ойошторола. Көндөң кульминацияһы булып башҡорт халҡының барлыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үтәп башҡарылған никахлашыу тантанаһы торасаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22110/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас