

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә муниципаль райондарҙың инерт материалдары булған үҙ карьерҙарын файҙаланып урындағы әһәмиәттәге юлдар ремонты тураһында һөйләшеү булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 54 район ауылдарға һәм яңы төҙөлгән биҫтәләргә килеү юлын ҡырсынташ менән түшәү өсөн 10 миллион һум күләмендә аҡса ала. Был башланғыс арҡаһында урындағы әһәмиәттәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо һуңғы биш йылда 2,2 мең километрға артҡан һәм 36 мең километр тәшкил итә.
Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итеүенсә, ҡырсынташ менән киңлеге 5 метр һәм оҙонлоғо 1 километр урындағы әһәмиәттәге юлды түшәү 2 миллион һум тәшкил итә. Күрһәткес районда файҙалы ҡаҙылмаларҙың булыу-булмауы, ремонтланған юлдың карьерҙан алыҫлығы һәм инженер коммуникацияларҙы үҙгәртеү кәрәклегенә бәйле. Мәҫәлән, Ураль аръяғы райондары төҙөлөш ташына бай, тик ҡом-ҡырсынташ әҙ, ә үҙәк райондарҙа - киреһенсә.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, был эш республикала артабан да дауам итәсәк.
– Дөйөм алғанда, программа һәйбәт, халыҡ уны хуплай. Киләһе йылда ла бының өсөн аҡса бүләсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.