

“Бер тапҡыр тәмләп ҡарағас та, был башҡорт продукцияһын тағы килтереүҙәрен һораған күп миҫалдарҙы беләм”, – тип яҙа ул. – “Кибет кәштәләрендә саф һәм сифатлы ризыҡтың мул булыуы – беҙҙең аграрийҙарҙың ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһе ул”.
Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә Андрей Назаров ауыл хужалығы тармағының иң алдынғы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Премьер-министр әйтеүенсә, көслө агросәнәғәт комплексы һәр заманда ла беҙҙең республика үҫеше нигеҙҙәрәнең береһе булып тора. Ауыл хужалығының тулайым продукцияһы күләме буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, республика биш миллион тонна иген йыйып алған һәм был рекордлы күрһәткес булып тора.
“Ҡәҙерле ауыл эшсәндәре! Бөгөнгө көн һеҙгә хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм ысын йөрәктән рәхмәт белдереү өсөн тағы бер тапҡыр һәйбәт мөмкинлек бирҙе. Һөнәргә тоғоролоҡ һәм юғары һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.