Иҡтисад
1 Ноябрь 2023, 14:00

Шоферҙарға ҡытлыҡ арта

Быйылғы тәүге ун айҙа Рәсәй предприятиелары һәм ойошмалары интернетта шоферҙарҙы эшкә саҡырған 400 меңдән ашыу вакансия  урынлаштырған.

Шоферҙарға ҡытлыҡ артаШоферҙарға ҡытлыҡ арта
Шоферҙарға ҡытлыҡ арта

Быйылғы тәүге ун айҙа Рәсәй предприятиелары һәм ойошмалары интернетта шоферҙарҙы эшкә саҡырған 400 меңдән ашыу вакансия  урынлаштырған.

Был күрһәткес былтырғы йылдағынан 53 процентҡа юғарыраҡ. Шоферҙарға ихтыяж айырыуса Мәскәүҙә көслө икән (42 меңдән ашыу иғлан), шулай уҡ Мәскәү өлкәһендә (38 меңдән ашыу) һәм Санкт-Петербургта ла (22 мең вакансия) улар күп кәрәк.

Башҡортостанда быйылғы ғинуар-октябрҙә шоферҙарҙы эшкә саҡырған 12 мең вакансия баҫтырылған. Был уҙған йылғы шул уҡ осорҙағынан 60 процентҡа күберәк. Был вакансияларҙа күрһәтелгәнсә, шоферҙарҙың уртаса эш хаҡы  57 471 һумдан алып 150 000 мең  һумғаса тирбәлә.

 Фото: РФ Транспорт министрлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас