

Өфө ашнаҡсылары Мәскәүҙә "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнашасаҡ. Форум сиктәрендә 3 декабрҙә аҙыҡ-түлек йәрминкәһе биләмәһендә Башҡортостандан Александр Коваль һәм Максим Лазарев сығыш яһаясаҡ. Улар Рәсәй аш-һыуы йортонда традицион башҡорт ризыҡтары әҙерләү буйынса кулинар оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк: талҡандан кәнфиттәр, ҡыҙыл эремсекле десерт ("Ҡыҙыл эремсек"), "Ҡыҫтыбый", "Бишбармаҡ" һәм "Ҙур бәлеш". Ашамлыҡтарҙың ниндәй ризыҡтарҙан тороуын, уларҙы нисек әҙерләүҙәрен һөйләйәсәктәр.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22135/