

Аш-һыуы бәрәкәтле, ризыҡтары тәмле лә, затлы ла булған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ кемде һоҡландырмаһын да кемдә хөрмәт уятмаһын! Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған күргәҙмәлә шундай маһирҙарҙың береһе, эшҡыуар Маһира Әмир ҡыҙы Әминева үҙе етештергән продукцияһы менән сығыш яһаны.
Ниндәй генә деликатестар етештермәй Көйөргәҙе районы эшҡыуары: ҡаҙылыҡ, баҫтырма, балыҡ, ыҫланған йылҡы ите... Маһира Әминева – 2008 йылда эш башлаған “Подковка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Компания йылҡы итенән боронғо рецептар буйынса деликатестар етештереүҙә махсуслашҡан. Бында бары ҡул хеҙмәте һәм тәбиғи аҙыҡтар ғына ҡулланыла. Быйыл һигеҙ ай эсендә предприятие тарафынан 16 тонна әҙер продукция етештерелгән һәм һатылған, тип хәбәр итә “Көйөргәҙе” гәзите.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Ибраһимов, ОСХ начальнигы Рәүф Намаҙғолов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Фәнит Моратбаҡыев һәм Раил Әбдрәхимов эшҡыуарҙың күргәҙмәгә ҡуйған продукцияһын ҡарап, артабанғы эшендә уңыштар теләне.