Иҡтисад
3 Ноябрь 2023, 06:15

“Транссиб” юлында пассажирҙар ағымы артасаҡ

Тимер юлының “Глуховская” тарттырыу подстанцияһын яңыртыу һөҙөмтәһендә “Транссиб” юлында пассажирҙар ағымын йәнләндереү мөмкинлеге тыуасаҡ

“Транссиб” юлында пассажирҙар ағымы артасаҡ“Транссиб” юлында пассажирҙар ағымы артасаҡ
“Транссиб” юлында пассажирҙар ағымы артасаҡ

Тимер юлының “Глуховская” тарттырыу подстанцияһын яңыртыу һөҙөмтәһендә “Транссиб” юлында пассажирҙар ағымын йәнләндереү мөмкинлеге тыуасаҡ, тип яҙа “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте филиалы Куйбышев тимер юлдары.

Ошо тимер юлдарында иң ҙурҙарының береһе булған “Глуховская” тарттырыу подстанцияһында төҙөү-ҡороу һәм эшләтеп ебәреү тамамланған. Был проект поездарҙы тарттырыу өсөн элктр тәьминәтен көсәйтәсәк. Яңы ҡорамал шулай уҡ бер йүнәлештә йөрөгән поездар хәрәкәте араһындағы интервалды кәметеү мөмкинлеге лә бирә. Ошо ремонттың үҙенсәлеге лә булған: ҡорамалдар тарттырыу электр тәьминәтендә өҙөклөк тыуҙырмай ғына бер-бер артлы алмаштырыла барған.

Яңы электр ҡорамалдары уларҙы 30 йылға саҡлы файҙаланыу форсаты бирә, реконструкция барышында ҡуйылған автоматика һәм телемеханика модуль комплекстары контролде дистанция режимында башҡарыу мөмкинлеге лә бирә.

Фото: Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас