

1 декабргә тиклем һалымдарҙы түләп өлгөрөргә кәрәк. Быйылдан башлап түләнергә тейешле бөтә һалымдар бергә ҡушыла һәм һалым түләүсенең виртуаль янсығынан иҫәптән сығарыла. Хәҙер һәр кемгә шундай иҫәп асылған.
Әгәр һалымды ваҡытында түләмәһәң? Был саҡта ул бурысҡа әүерелә һәм уға пеня өҫтәлә. Көн һайын был сумма арта барасаҡ, түләүҙе тағы ла оҙаҡҡараҡ һуҙғанда эште судта ҡарау өсөн дәүләт пошлинаһы, башҡарыу эштәре өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Бөтә тейешле сумманы һеҙҙең иҫәптән аласаҡтар, эш приставтарға барып етһә, көтөлмәгән мәшәҡәттәр йәнә артасаҡ: уларҙың банк иҫәбендә ятҡан аҡсағыҙға арест һалыуы йәки мөлкәтегеҙҙе һатыуы мөмкин. Тимәк, 1 декабргә тиклем һалымдарҙы түләргә ашығырға кәрәк.
Милек һалымын йортҡа, фатирға, бүлмәгә, гаражға йәки башҡа төрлө биналарға (шул иҫәптән төҙөлөп бөтмәгән осраҡта ла) хужа булған һәр кем түләй. Милеккә өлөшләтә генә эйә булғандар ҙа һалымды түләргә тейеш. Түләү суммаһы объекттың кадастр хаҡына бәйле.
Ер һалымын милеккә хоҡуғы булған ер участкалары хужалары, мөҙҙәтһеҙ йәки мираҫҡа бирелгән ергә эйә булғандар түләй. Һалым суммаһы шулай уҡ участканың кадастр хаҡына бәйле.
Транспорт һалымын автомобиль, мотоцикл, катер һәм башҡа хәрәкәт итеү саралары (тракторҙан вертолетҡа тиклем) теркәлгән граждандар түләй.
Фото:https://ilesh.bashkortostan.ru/presscenter/news/579808/