Иҡтисад
4 Ноябрь 2023, 06:50

“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте

Бәхетле билет студент Диана Ғәбделмәноваға яҙған булып сыҡты...

“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте
“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте

Бәхетле билет Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 4-се курс студенты Диана Ғәбделмәноваға яҙған булып сыҡты. Ул – бөгөн “Ҡарлуғас” ҡала яны поезының миллионынсы пассажиры. Куйбышев тимер юлы, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы  һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” йәмғиәте етәкселәре  миллионынсы пассажирҙы ҡотлап, иҫтәлекле сувенирҙар тапшырҙы.

– Бындай яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бергәләп электропоездарҙың инновацион хәрәкәт итеү составын һәм “Орлан” рельс автобустарын ҡулланып, уңайлы һәм тәьҫирле маршрут селтәре булдырҙыҡ, – тип билдәләне Куйбышев магистраленең территориаль идаралығы буйынса начальник урынбаҫары Дмитрий Новиков.

Республикала бөтәһе өс “Ҡарлуғас” эшләй. Улар Өфө – Абдуллин, Өфө - Аша һәм Өфө ҡала агломерацияһы сиге маршруттарын хеҙмәтләндерә. Йыл аҙағына тиклем ике өҫтәмә состав килеүе көтөлә, улар популяр йүнәлештәрҙә файҙаланыласаҡ. Бынан тыш, сара барышында яңы хәрәкәт  итеү составын – яңы модификациялы  ЭП2ДМ электропоезын презентацияланылар. 7 ноябрҙән башлап ул Өфө ҡала агломерацияһы сиге буйлап йөрөй башлаясаҡ.

 Фото:"Куйбышев тимер юлы" матбуғат хеҙмәте.

 

“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте
“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте
“Ҡарлуғас”тың пассажирҙары бер миллионға етте
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас