Иҡтисад
6 Ноябрь 2023, 14:40

Ҡытай тауарҙары етештереләсәк

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәр төҙөнө.

Ҡытай тауарҙары етештереләсәкҠытай тауарҙары етештереләсәк
Ҡытай тауарҙары етештереләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүенсә, бөгөн Башҡортостан рәсми  делегацияһы Ҡытай Халыҡ республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Сара сиктәрендә, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәр төҙөнө.

“Беҙ Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡытайҙың иң эре корпорацияларының береһе менән берлектә предприятие асырға килештек. Яңы асылған компания ярҙамы менән беҙҙең республикала билдәле бер продукция етештереү асыласаҡ, - тине Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов.

Башҡортостан рәсми делегацияһының Ҡытай Халыҡ республикаһына эш сәфәре киләһе көндәрҙә лә дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас