

Бөтә донъя сифат көнөндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Өфө – сифат ҡалаһы” акцияһы үтә. Ул 9 ноябрҙә “Планета” сауҙа үҙәгенең төп майҙанында 15 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Сараны республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Амран Моратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойоштора.
Дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары, контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре бер майҙансыҡта йыйылып тормоштоң төрлө тармаҡтарында сифат мәсьәләһенә арналған һорауҙарға яуап, консультация һәм кәңәштәр бирәсәк. Эксперттар нисек итеп сифатлы тауар һайларға, экология өлкәһендә сифат һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә туҡталасаҡ. Акция сиктәрендә экологик диктант яҙасаҡтар, бүләктәр һәм сертификаттар уйнатасаҡтар.
Шулай уҡ Сифат аҙналығы сиктәрендә сифат өлкәһендәге конкурстарға йомғаҡтар яһала. Был предприятиелар араһындағы “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсы һәм республика журналистары араһында был мәсьәләне яҡтыртыуға арналған бәйге.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22162/