

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығы һәм Нефтекама күсмә биналар заводы Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы инвестиция ҡануниәтен ябайлаштырыу сиктәрендә биш гектарҙан ашыу майҙанлы ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Компанияға ғәмәлдәге етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә урын кәрәк. Был өҫтәмә 84 эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк. Ҡуртым срогы 2028 йылға тиклем билдәләнгән.
— Ябайлаштырылған процедура буйынса ер участкалары менән тәьмин итеү — беҙҙең республикала тауар етештереүселәргә ярҙам итеү буйынса бик популяр сара. Ағымдағы йылдың октябрь аҙағына Башҡортостан сәнәғәт предприятиелары менән дөйөм майҙаны 284 561 квадрат метр булған 19 ошондай контракт төҙөлгән, — тип аңлатма бирә Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. — Нефтекамала хәл икенсерәк. Нефтекама күсмә биналар заводы — төбәктең алдынғы махсус иҡтисади зонаһында йәшәүсе. Элегерәк алдынғы махсус иҡтисади зонала йәшәүселәр ер участкаһын йә дөйөм шарттарҙа, йә тендерҙар аша, йә бөтә процедураны ҡатмарлаштырған өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алыу юлы менән ала ине. Әммә был мәсьәлә хәл ителде, тәҡдим ителгән ташламалар һәр кем өсөн ҡулай буласаҡ.
2014 йылда Нефтекама күсмә биналар заводына нигеҙ һалына. Завод вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләүсе белгестәр өсөн биналар етештерә. Кешеләр йәшәһен һәм эшләһен өсөн кәрәкле бөтә нәмәгә эйә булған изоляцияланған йорт автомобилдәре шасси, шыма йәки каркас варианттарында сығарыла. Бөгөнгө көндә компанияла 20-нән ашыу кеше эшләй. Етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проекты тамамланғандан һуң завод Нефтекама иҡтисади тормошонда һиҙелерлек өлөш индерә аласаҡ.
"Алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш территорияһында йәшәүсе статусы беҙҙең предприятие үҫешенә этәргес булды. Майҙаны 350 квадрат метр булған келәт төҙөнөк, 16 эш урыны булдырҙыҡ, мобиль биналар етештереүҙе киңәйттек. Хәҙер байтаҡ ташламалар аҡса тупларға мөмкинлек бирҙе. Әле завод киләһе аҙымға барырға әҙер — майҙаны 9000 квадрат метр булған яңы производство цехы төҙөргә ниәтләйбеҙ. Төҙөлгән майҙандар етештереү күләмен дүрт тапҡырға арттырырға, тиҫтәләгән яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - ти "Нефтекама мобиль биналар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юлия Фәхретдинова.
Импортты алмаштырыу программалары буйынса ярҙамсы сараларға эләккән тармаҡтар исемлегенә аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым, химик матдәләр, дарыуҙар, компьютерҙар, электроника, оптик һәм пластик изделиелар етештереү инә. Тармаҡтарҙың тулы исемлеге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 05.08.2022-се 916-р бойороғо менән билдәләнгән. Шулай уҡ ябайлаштырылған процедура буйынса ер менән тәьмин итеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүҙең билдәле бер тәртибе бар. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://npa.bashkortostan.ru/38711/?ysclid=lnjy3xqb6k976777791
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.