

Проект сиктәрендә сығарылған КС-100 "Сулпан" үҙйөрөшлө сапҡыс машинаһы юғары импортты алмаштырыу потенциалына эйә һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһында даими һорау менән файҙалана. Был төр ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусы булып Мәскәү, Омск, Һамар, Ырымбур, Һарытау, Ульяновск, Новосибирск, Кемерово өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ҡырым Республикаһы, Алтай крайы, Красноярск крайы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре тора. 2022 йыл аҙағында предприятие продукцияһын Удмурт Республикаһының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре лә һатып ала башланы.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22216/