Иҡтисад
14 Ноябрь 2023, 16:50

Өфөлә 22 ноябрҙән 25-енә тиклем Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был турала социаль селтәрҙәге үҙ битләүендә хәбәр итә.

Өфөлә 22 ноябрҙән 25-енә тиклем Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтәӨфөлә 22 ноябрҙән 25-енә тиклем Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә
Өфөлә 22 ноябрҙән 25-енә тиклем Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

22 -25 ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһына Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәр вәкилдәренең килеүе көтөлә.

“Өфө йыш ҡына ҙур халыҡ-ара саралар үткәреү урыны була, - тип яҙҙы Премьер-министр. – Июндә баш ҡала Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумын уҙғарғайны, унда Рәсәйҙең 58 төбәгенән һәм Беларустың төрлө өлкәләренән делегациялар ҡатнашты. “Амкодор” заводын асыу форумдың төп ваҡиғаһы булды. Әле бульдозер, экскаватор, грейдерҙар етештереүсе тағы бер завод төҙөлә.

XIX Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин, киләһе, XX форум, Өфөлә уҙасаҡ, тип белдерҙе. Ундай юғары кимәлдәге форумды ҡабул итеү ҙур мәртәбә, тип белдерҙе Андрей Назаров. Икенсе йыл республиканың юбилей йылы ла.

“2024 йыл Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле булырына шик юҡ. Алда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тора, шулай уҡ күләмле “Рәсәй – спорт державаһы” форумы үтәсәк, апрелдә Пекинда республикабыҙ менән таныштырыу үткәрәбеҙ. Быларҙың барыһы ла һиҙелерлек синергетик һөҙөмтә бирәсәк, шулай уҡ Башҡортостандың хәлен халыҡ-ара аренала нығытыуға булышлыҡ итәсәк”, тип яҙҙы Андрей Назаров.

https://resbash.ru/news/ekonomika/2023-11-14/v-ufe-s-22-po-25-noyabrya-proydet-mezhdunarodnaya-nedelya-biznesa-3519334

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас