

16 ноябрҙә Мәскәүҙә XVII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ространснадзор” федераль хеҙмәте етәксеһе Виктор Басаргин менән осрашты. Легаль булмаған пассажир ташыусылар эшмәкәрлеген асыҡлау һәм туҡтатыу буйынса саралар һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Виктор Басаргин “Ространснадзор”федераль хеҙмәтенең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығының етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Тимур Мөхәмәтйәновтың тәғәйенләнеүен белдерҙе.
–Башҡортостан – ауыр габаритлы контроль системаһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала автоматик пункттар һәм тәртип боҙоуҙарҙы теркәү комплекстары етерлек, – тине Виктор Басаргин. Етәксе шулай уҡ Башҡортостанда легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы асыҡлау һәм эшмәкәрлектәренә сик ҡуйыу буйынса ҙур эш башҡарылыуын билдәләне.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172067.html