

Дәүләт финанслауы президент йөкләмәләрен һәм партияның халыҡ программаһы положениеларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Рәсәй бюджетында бөтә өҫтөнлөклө өлкәләргә сығымдарҙы арттырыу ҡарала. Социаль сәйәсәткә генә улар ике триллион һумға артасаҡ. Оборона, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауылды үҫтереү, мәҙәниәткә ярҙам итеү өсөн етди үҫеш күҙаллана.
Өҫтәмә аҡсалар социаль ярҙамға йүнәлтелә. Киләһе йылда әсәлек капиталы түләүҙәре 1,3 миллион ғаиләгә ҡағыласаҡ, ете миллион мәктәп уҡыусыһы йылы аш менән тәьмин ителәсәк. Дәрестәргә етәкселек итеү өсөн өҫтәмә түләүҙәр 900 мең мәктәп уҡытыусыһы һәм 100 мең колледж уҡытыусыһы өсөн ҡаралған. Социаль контракт механизмы менән яҡынса миллион кеше файҙалана аласаҡ. 2024 йылда минималь эш хаҡы 18,5 процентҡа индексацияланасаҡ. Был биш миллион самаһы кешенең эш хаҡы үҫеүен һәм дөйөм алғанда бюджет өлкәһендәге эш хаҡы үҫеүен тәьмин итәсәк.
"2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында"ғы закон проекты социаль йүнәлешле характерҙа. Бөтә килем сығанаҡтарын иҫәпкә алып, 2024 йылға Башҡортостан бюджетының килем өлөшө 289 миллиард һум, 2025 йылда - 285,8 миллиард һум, 2026 йылда 288,2 миллиард һум күләмендә фаразлана. БР Дәүләт Йыйылышының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина билдәләүенсә, "һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө сығымдар" - ул социаль состав һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Беҙҙең республика федераль программаларҙа, милли проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, төбәк башланғыстарын да тормошҡа ашыра. Бөгөнгә финанс документын бөтә профилле комитеттар ҡараған, улар бюджеттың төп параметрҙарын бер тауыштан хуплаған һәм беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән.
БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кеше капиталы, уңайлы мөхит һәм иҡтисади үҫешкә бәйле милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға алдағы өс йыл эсендә дөйөм алғанда 60,5 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. 2024 йылда мәғарифҡа 78,2 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған, бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 113,9 миллиард һум тәшкил итәсәк, мәҙәниәткә 10,6 миллиард һум бүленәсәк. Юл фонды 2024 йылда 29,9 миллиард һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ 26,1 миллиард һум, ауыл хужалығы 7,9 миллиард һум аласаҡ.
Фото: «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.