Иҡтисад
17 Ноябрь 2023, 12:45

Эшҡыуарлыҡ аҙналығын 2 декабргә тиклем оҙайталар

Был хаҡта Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһында уҙған конференцияла хәбәр иттеләр. 

Эшҡыуарлыҡ аҙналығын 2 декабргә тиклем оҙайталарЭшҡыуарлыҡ аҙналығын 2 декабргә тиклем оҙайталар
Эшҡыуарлыҡ аҙналығын 2 декабргә тиклем оҙайталар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙ сығышында быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 2 декабргә тиклем оҙайтыласағы һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе ентекле тикшереүгә арналған махсус көндәрҙе үҙ эсенә аласағы тураһында хәбәр итте.

Был турала Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов аңлатма бирҙе һәм программа конференцияһында ҡатнашыусыларға форумдың махсус йомғаҡлау көнөн иғлан итте. Ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иҡтисад министрҙары менән координация кәңәшмәһенә арналасаҡ.

Кәңәшмә эшендә РФ иҡтисади үҫеш министры Максим Решетниковтың ҡатнашыуы көтөлә. Сара сиктәрендә уның, шулай уҡ республика Башлығы, Дәүләт Думаһы һәм РФ Федераль Йыйылышы вәкилдәре ҡатнашлығында туғыҙ сәғәтлек кәңәшмә-интенсив планлаштырылған.

Съезд 30 ноябрҙә эшләй башлай.

Фото һәм сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2023-11-17/nedelyu-biznesa-v-ufe-prodlyat-do-2-dekabrya-3525095

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас