Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь , 20:10

Наталья Демченко: “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – ул масштаблы һәм продуктив ваҡиға”

“Деловая Россия” Советының Мәскәү бүлексәһе ағзаһы, ошо Советтың хоҡуҡ һәм һалымдар өлкәһендә бизнес механизмын камиллаштырыу комитеты рәйесе Наталья Демченко Халыҡ-ара бизнес аҙналығын масштаблы һәм продуктив ваҡиға тип атаны.

“Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хеҙмәттәштәр һәм партнерҙар! 22 – 25 ноябрҙә Өфөлә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Иран, Төркиә, Беларусь ҡатнашлығында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтәсәген беләбеҙ. Башҡа тарафтарҙан да ҡунаҡтар көтәбеҙ. Былтыр унда Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгенән ҡатнаштылар. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин 19-сы Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында билдәләгәнсә, 20-се Форум Өфөлә ойошторола. Был мөһим ваҡиға булып тора, сөнки Башҡортостан Республикаһы Рәсәй иҡтисадында алдынғы урындарҙы биләй. Барығыҙҙы ла көтәбеҙ! Һеҙгә шат буласаҡбыҙ! Осрашҡанға тиклем!” тип яҙҙы ул “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023” сайтында.

Фото: “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в