Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь , 17:40

"Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың транспорт аҙналығы үтә

Унда "аҡыллы" транспорт системалары күрһәтеләсәк.

"Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың транспорт аҙналығы үтә
"Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың транспорт аҙналығы үтә

21-25 ноябрҙә Мәскәүҙә ВДНХ майҙансығында Башҡортостан стендында тематик транспорт аҙналығы үтәсәк. Төп темалар - "аҡыллы" транспорт системалары һәм юлдарҙа хәүефһеҙлек. Эшлекле өлөш лекциялар һәм семинарҙарҙан тора. Ә йәш ҡатнашыусыларҙы тренингтар, интерактивтар, ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм иҫтәлекле сувенирҙар көтә.  

21 ноябрҙә уҡытыу лекциялары һәм презентациялар үткәрелә, видеороликтар күрһәтелә. Балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы беләҙектәр ала һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә.

Икенсе көндә, 22 ноябрҙә, күргәҙмә ҡунаҡтары семинарҙа ҡатнаша ала. Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре "аҡыллы" транспорт системаларын ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә 50 "аҡыллы" светофор ҡуйылған һәм һауа торошон күҙәтеүсе, транспорт ағымын эшкәртеүсе юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге эшләй башлаған. Шулай итеп өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары тиҙ һәм хәүефһеҙ йөрөй аласаҡ. 

23 ноябрҙә "Башҡортостан транспорты" темаһына семинар үтәсәк. Республиканың Транспорт министрлығы вәкилдәре беҙҙең төбәктә йәмәғәт транспорты системаһының нисек үҙгәреүе тураһында һөйләйәсәк. 2019 йылдан алып Башҡортостанға төрлө һыйҙырышлы 1138 автобус алынған. Ә 2023 йылдың октябрендә рейстарға 788 меңдән ашыу пассажир ташыған 50 яңы ҙур класлы автобус сыҡты.

24 һәм 25 ноябрҙә Башҡортостан стендында йәш ҡатнашыусыларҙы көтәләр. Улар өсөн тренингтар, ижади дәрестәр һәм тематик оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22289/      

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в