Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь , 16:55

Роботтар етештереү яйға һалына

"Технопром" - Рәсәйҙә алдынғы предприятиеларҙың береһе.

Роботтар етештереү яйға һалына
Роботтар етештереү яйға һалына

"Технопром" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө предприятиеһына Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фондының республика программаһы буйынса оҙайлы сроклы маҡсатлы заем рәүешендә финанс бүленгән. Заем аҡсаһы иҫәбенә предприятие яңы металл эшкәртеү ҡорамалдары, шулай уҡ дозировкалау роботтарын етештереү өсөн материалдар һәм комплектлаусы әйберҙәр һатып алыуҙы планлаштыра.

Предприятие төрлө модификациялы 78 берәмек ҡорамал сығарырға планлаштыра, шул уҡ ваҡытта уларҙы һатыуҙан алынған килем күләме 315,8 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш, һалым керемдәре күләме 53,7 миллион һум күләмендә планлаштырыла. Өҫтәмә рәүештә, проектты тормошҡа ашырыу барышында предприятие юғары етештереүсәнле бер яңы эш урыны булдырыуҙы планлаштыра.    

Asgard сауҙа маркаһы аҫтында ҡорамалдар сығарған "Техномпром" станоктар эшләү заводы юғары етештереүсәнле һәм ышаныслы сәнәғәт станоктарын етештереүгә йүнәлтелгән перспективалы станоктар эшләү заводы булып тора. Биш йыл эшләү дәүерендә "Технопром" компанияһы автоматлаштырылған системаларҙы ғәмәлгә индергән заманса станоктар эшләү технологиялары буйынса эш тәжрибәһенә эйә булған һәм белгестәр штаты менән үҙ аллы предприятиеға әүерелде. Әлеге ваҡытта был станоктар эшләү заводы Рәсәй Федерацияһында ошондай роботтар етештереү өлкәһендә алдынғы предприятиеларҙың береһе булып тора, шулай уҡ республикала ошондай автоматлаштырылған системалар етештереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер компания булып тора.    

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22290/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в