Иҡтисад
21 Ноябрь 2023, 04:15

Мәһим мәсьәләне тикшерәсәктәр

“Ҡоро порт” транспорт-логистика үҙәге – концептуаль ҡарарҙар” 

Мәһим мәсьәләне тикшерәсәктәрМәһим мәсьәләне тикшерәсәктәр
Мәһим мәсьәләне тикшерәсәктәр

22 – 25 ноябрҙә Өфөлә  “Торатау” конгресс-холында үткәреләсәк өсөнсө Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Ҡоро порт” транспорт-логистика үҙәге – концептуаль ҡарарҙар” тигән эшлекле секция үткәреләсәк. Ойоштороусыһы – “Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнештәр үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.

“Төбәктең транспорт-логистикаһы  үҫеше менән бергә Башҡортостан экспортерҙары өсөн үҫеш мөмкинлектәре һәм яңы баҙарҙар асыу был фекер алышыуҙың төп темаһы буласаҡ”, – ти “Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнештәр үҙәге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Евгений Базылев.

Секцияның спикерҙары сифатында Куйбышев тимер юлының “Трансконтейнер” йәмғиәте директоры Николай Дуденко, “Ҡоро порт” транспорт-логистика үҙәге директоры Андрей Драчев, Евразия Үҫеш банкының стратегик проекттары дирекцияһы етәксеһе Вадим Мешанин һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Эшлекле секция 24 ноябрҙә Конгресс-холдың “В” залында 16.30 сәғәттән 18.00  сәғәткә тиклем уҙасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас