

Бөгөн, 22 ноябрҙә, Өфөлә башланған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, РФ Дәүләт Думаһының Конкуренцияны яҡлау буйынса комитеты һәм электрон сауҙа майҙансыҡтары вәкилдәре менән берлектә “Һатып алыуҙар векторы – һанлы киләсәккә аҙым” эксперт дискуссияһын үткәрҙе.
БР Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова һүҙҙәренсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы дәүләт, муниципаль һәм корпоратив һатып алыуҙар системаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Планлы һәм динамик һанлы трансформация һатып алыу процесының конкуренцияһын һәм асыҡлығын тәьмин итеүсе һөҙөмтәле инструмент булып тора. Башҡортостанда һатып алыу буйынса мөмкин тиклем күберәк хеҙмәттәр күрһәтеүсе һанлы механизмдар, агрегаторҙар, платформалар әүҙем индерелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре улар менән яҡынданыраҡ таныша алһын өсөн эксперт дискуссияһы ойошторолған.
”Сбербанк-АСТ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Юлия Оболяева һүҙҙәренсә, дәүләт, муниципаль, корпоратив һатып алыуҙар – дәүләт бизнесҡа биргән аҡсаның ҙур өлөшө. Шуға күрә бизнес өсөн бөтә инновацияларҙы белеү һәм аңлау бик мөһим. Бөтә маркетплейстарҙа ҡатнашыу, уларҙың нисек үҫешеүен, ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеүен күҙәтеү бик мөһим.
Фото: ibw-bashkortostan.com