

Андрей Назаров билдәләүенсә, Рәсәй, бөтә донъя кеүек үк, глобаль турбулентлыҡ осорон кисерә. Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең бөтә системаһы радикаль үҙгәрә.
Иртәгә нисек үҫергә белеү өсөн, киләсәк көндәрҙең, йылдарҙың нисек булыуын күҙ уңында тоторға кәрәк, – тине Премьер-министр.
Андрей Назаров ошо йүнәлештә өс трендты билдәләп үтте. Беренсе тренд – дебюрократизация, йәғни бизнес алып барыу процедураларын радикаль ябайлаштырыу, административ сикләүҙәрҙе бөтөрөү, дәүләт менән һанлы һәм контактһыҙ аралашыу интерфейсы. Икенсеһе – һанлы һәм технологик сингулярлыҡҡа ынтылыш, ә өсөнсөһө – финтехтың бизнестың бөтә өлкәләренә үтеп инеүе. Яңы ысынбарлыҡ өсөн мобиль интерфейстар, биометрия, квант иҫәпләүҙәре, блокчейн кеүек шарттар булдырылған.
Башҡортостан Хөкүмәте башлығы билдәләнгән тенденцияларҙың эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең бөтә аспекттарын да үҙ эсенә алмауын, әммә, һис шикһеҙ, уның йөҙөн тиҫтә йылдар дауамында формалаштырасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры социаль селтәрҙәрҙә пленар ултырыш тураһында былай тиеп яҙған: “2050 йылда Башҡортостанда нимә буласаҡ? Инвестициялар күләме йылына 4,5 триллион һумдан ашып китәсәк. Тулайым төбәк продукты яҡынса 17 триллион һум тәшкил итәсәк. Төҙөлөш секторы – алты тапҡырға, сәнәғәт производствоһы – 6,5 тапҡырға, бәләкәй бизнес әйләнеше ете тапҡырға үҫәсәк. Тиҙҙән ошондай масштабта һәм тиҙлектә йәшәйәсәкбеҙ һәм эшләйәсәкбеҙ“, – тигән ул.
Фото: Андрей Назаров сәхифәһенән