Иҡтисад
22 Ноябрь 2023, 18:40

Республика эшҡыуарҙары сит ил маркетплейстары менән эш итә

Ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостандан 33 предприятие һигеҙ сит ил маркетплейсында 307 тауар урынлаштырған.

Республика эшҡыуарҙары сит ил маркетплейстары менән эш итәРеспублика эшҡыуарҙары сит ил маркетплейстары менән эш итә
Республика эшҡыуарҙары сит ил маркетплейстары менән эш итә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныусы эшҡыуарҙарға сессия ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Сессияла маркетплейстарҙа тауарҙарын уңышлы һатҡан эшҡыуарҙар үҙ тарихтары менән бүлеште. “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте директор урынбаҫары Оксана Якушина Башҡортостан Республикаһы экспортерҙарына логистик ярҙам саралары тураһында һөйләне. Шулай уҡ фекер алышыу барышында өс халыҡ-ара маркетплейстар – Alibaba.com, TurkishExporter.net и Ctrip.com-дың үҙенсәлектәре тикшерелде.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас