

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында әйтелгән мәғлүмәт республикабыҙҙың аграр продукцияһына ҡағыла. Был турала ошо форумдағы сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
– Беҙҙең Ҡытай менән мөнәсәбәттәр һәйбәт, был илгә күпләп көнбағыш һәм рапс майы, киптерелгән һөт һатабыҙ. Һыйыр ите һатыу тураһында һөйләшеү бара. Әле Ҡытай яғынан талап ителгән сертификация, мониторинг үткәреү бара. Көнәркәшлек көслө, шуға күрә Ҡытай баҙарына тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ менән инәбеҙ. Фәҡәт логистика-транспорт ҡеүәттәренең етешмәүе ҡамасаулай. Һеҙгә Башҡортостанда транспорт компанияһы булдырырға тәҡдим итәбеҙ”, – тине Илшат Фәзрахманов, Ҡытай делегацияһы вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп.
“Беҙ Башҡортостандан аҙыҡ-түлек килтереүгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, миллион тоннанан ашыу һыйыр ите алырға әҙербеҙ, итте туңдырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, Ҡытайҙың халҡы күп һәм һеҙҙән ризыҡ алыуҙы арттыра бара аласаҡбыҙ”, – тине ошо илдең Халыҡ-ара сауҙаны үҫтереү һәм коммерция үҙәге директоры Ли Яньцзюнь.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.