Иҡтисад
23 Ноябрь 2023, 10:40

Һеҙ Ҡытай интернетында юҡ икән...

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Азия-Тымыҡ океан илдәрендәге (АТР) бизнес уҡыуындағы трендтар һәм халыҡ-ара баҙарға яңыса күҙлектән ҡарау буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Был секцияның эшен Юғары иҡтисад мәктәбе Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡатнашлығында ойошторҙо.

Һеҙ Ҡытай интернетында юҡ икән...Һеҙ Ҡытай интернетында юҡ икән...
Һеҙ Ҡытай интернетында юҡ икән...

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Азия-Тымыҡ океан илдәрендәге (АТР) бизнес уҡыуындағы трендтар һәм халыҡ-ара баҙарға яңыса күҙлектән ҡарау буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Был секцияның эшен Юғары иҡтисад мәктәбе Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡатнашлығында ойошторҙо.

Азия-Тымыҡ океан  илдәрендәге бизнес-партнерҙар менән мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлеге хаҡында тарих фәндәре кандидаты, Юғары иҡисад мәктәбенең ғәмәли политология департаменты доценты Людмила Веселова һөйләне. Ул донъяның ошо төбәге илдәре менән эшләгән компанияларға үҙенең ҡыҫҡа һығымталарын һәм кәңәштәрен бирҙе.

“ Ил йәки төбәктең үҫҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк. Һеҙ сит ил телен хатта бик яҡшы белһәгеҙ ҙә,  АТРҙың бер үк төбәк түгеллеген, унда бик күп төрлөлөк булыуын онотмағыҙ. Мәҙәни-ара коммуникацияларҙың ғәҙәттәрен, яңыса трендтарҙы үҙләштереү, маркетинг тикшереүҙә үткәреү мөһим”, – тине Веселова.

“Әгәр ҙә һеҙ Ҡытай интернетында юҡ икән, ҡытайҙар һеҙҙе күрмәйәсәк тә”, – тип иҫкәртте ул.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас