Иҡтисад
23 Ноябрь 2023, 07:45

Хуан Джингнан дәрестәре

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Ҡытайҙың һанлы активтар институтының идара етәксеһе һәм Ҡытайҙа танылған иҡтисад белгесе Хуан Джингнан Башҡортостанда юғары технологияларға көслө инвестицияларҙың әһәмиәтен теоретик яҡтан иҫбатлап күрһәтте.

Хуан Джингнан дәрестәреХуан Джингнан дәрестәре
Хуан Джингнан дәрестәре

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Ҡытайҙың һанлы активтар институтының идара етәксеһе һәм Ҡытайҙа танылған иҡтисад белгесе Хуан Джингнан Башҡортостанда юғары технологияларға көслө инвестицияларҙың әһәмиәтен теоретик яҡтан иҫбатлап күрһәтте.

“Иртәнән һуңғы көн. Халыҡ-ара йәмәғәтселек күҙлегенән” исемле пленар ултырыштың модераторы Дж.Уиферҙың һорауҙарына яуап биреп, ул Ҡытай менән Рәсәй араһындағы ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙә ҡуллынылған төп иҡтисади ҡоралдар тураһында һөйләне.

“Беҙ аңлайбыҙ, тышҡы инвестициялар һәм сауҙа – иҡтисадты үҫтереү өсөн ҙур сығанаҡтар. Әлеге мәлдә беҙҙең илдәр араһында ошо сегмент әүҙем үҫешә, был йүнәлештәргә ярҙам йоғонтоло. Һис һүҙһеҙ, ниндәй секторҙарҙың инвестициялар өсөн ылыҡтырғыс булыуын аңларға тейешбеҙ. Беҙҙең үҙҙәренең уңышлы икәнен раҫлаған берлектәге проекттарыбыҙ ҙа бар. Тимәк, уларҙы артабан дауам итергә һәм бер юлы яңыларын да үҫтерергә кәрәк. Республикала берлектәге етештереү ҡеүәтен дә булдырҙыҡ, был завод билдәле бер уңыштарға иреште лә инде, етештерелгән продукцияһына Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә ихытяж ҙур”, - тине Хуан Джингнан.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас