

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Рәсәйҙең IT-ҡарарҙарын халыҡ-ара баҙарҙа үҫтереү һәм масштабын киңәйтеү” тигән стратегик сессия үткәрелде.
“Форт Диалог” компанияһының Өфө филиалы директоры, Башҡортостандың Мәғлүмәт технологияларын үҫтереү ассоциацияһы ағзаһы Вилнар Хәбибов билдәләүенсә, һуңғы өс йылда Рәсәйҙең IT-баҙары етди үҙгәреш кисерҙе һәм тотороҡланды. Хәҙер Рәсәй айтишниктары халыҡ-ара баҙарҙа ла үҫеш алыу мөмкинлеген ҡарай.
“IT Channel News” мөхәрриренең урынбаҫары Светлана Белова беҙҙең индустрияның программалар менән тәьмин итеүҙән тыш та юғары күрһәткестәргә ирешеүен билдәләне.
“Рәсәйҙең Программа продукттары етештереү ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр программалар менән тәьмин итеү баҙары буйынса үҫеш 28-37 процент булған, быйыл ошо күрһәткес 50 проценттан ашыуыраҡ булыр тип көтөлә”, – тине Светлана Белова.
Юлай Кәримов фотоһы.