

Өфөлә барған халыҡ-ара бизнес аҙналығында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге менән Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы “Корпорациялар мәнфәғәтендә инновацион продукция булдырыу” тигән панель дискуссияһы ойошторҙо.
Куйбышев тимер юлының баш инженер урынбаҫары Евгений Мельников әйтеүенсә, тимер юлдарҙың киләсәге – пассажирҙар өсөн дә, тимер юлсыларға ла ҡабул ителерлек инновацион, хәүефһеҙ һәм экологик һанлы майҙан. Бөгөн, геосәйәси шарттар үҙәгәреүгә бәйле, логистика алмашыныу осоро кисерә.
“Ғилми парктың бурысы – тикшеренеү һөҙөмтәләрен коммерциялаштырыу”, – тине спикер. – “Тәүҙә беҙ был йүнәлештә компаниялар менән генә эшләнек, ә артабан, үҙ стартапын тәҡдим иткән студенттар һәм аспиранттар килә башлағас та, йәштәргә бизнеста беренсе аҙымдар яһарға ярҙам итергә кәрәклеген төшөндөк. Сит ил университеттарының тәжрибәһен өйрәндек һәм Оксфорд университеты моделендә туҡтаныҡ, уны үҙ шарттарыбыҙға яраҡлаштырырға керешетек. Ваҡыт үтеү менән эксперттар ҙа барлыҡҡа килде. Хәҙер, инновацион хәл ителеш юлдары кәрәк булғанда, ошо Ғилми паркҡа йөкмәтергә мөмкин”.
Юлай Кәримов фотоһы.