

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан сода компанияһы (БСК) уның стратегик партнерҙарының береһе булараҡ сығыш яһаны.
Компанияның генераль директоры Эдуард Давыдов әйтеүенсә, ҙур сәнәғәт компаниялары иҡтисади, социаль һәм экологик бурыстарҙың үтәлешенә даими йәлеп ителә. “Тиҙ алышына барған геосәйәси шарттарҙа яуаплы эшмәкәрлек принциптарын һаҡлап ҡалыу, йәмәғәтселектең, ил сәнәғәтенең мәнфәғәтен иҫәпкә алыу бик мөһим”, – тине Эдуард Давыдов.
Ҡытай белгестәре менән берлектә юғары технологиялы эмульсион ПВХ етештереү ҡоролмаһын эшкә ҡушыу БСК-ның импортты алмаштырыу буйынса иң ҙур инвестиция проекты булып тора. Ул йылына 80 мең тонна продукция биреүгә иҫәпләнгән.
Юлай Кәримов фотоһы.