Иҡтисад
24 Ноябрь 2023, 08:20

“Алға” тротуар плиткаһы ла етештерәсәк

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тротуар плиткаһы һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары етештерәсәк завод асыу тураһындағы килешеү төҙөлдө.

“Алға” тротуар плиткаһы ла етештерәсәк“Алға” тротуар плиткаһы ла етештерәсәк
“Алға” тротуар плиткаһы ла етештерәсәк

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тротуар плиткаһы һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары етештерәсәк завод асыу тураһындағы килешеү төҙөлдө.

Был килешеүгә махсус иҡтисади зонаның идарасы компанияһы булған Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы менән “Поревит.Өфө” компанияһы етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Үҙ башланғысына инвестор 1,4 миллиард һум тотонорға ниәтләй. Предприятиела 70 яңы эш урыны булдырылыр тип күҙаллайҙар.

“Был проектты тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө өлкәһен, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙы урында етештерелгән төҙөкләндереү элементтары менән тәьмин итеү”, – ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас