

Өфөлә барған халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Иртәнән һуңғы көн. Халыҡ-ара йәмәғәтселек күҙлегенән” тигән пленар ултырыш үткәрелде. Уның модераторы сифатында бөтә донъяға билдәле футуролог, финанс стратегы “Macro-Advisory Кристофер” компанияһына нигеҙ һалыусы Дж. Уифер сығыш яһаны.
“Ҡабул итеүсе яҡ сифатында барығыҙҙы ла Өфөлә тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Йылдан -йыл беҙҙең был форум вәкәләтлерәк һәм йөкмәткелерәк була бара. Ҡаҙаҡ туғандарыбыҙ өсөн шатмын, уларҙың халҡы 20 миллион кешенән ашып китте, был ил ҡеүәтле индустриаль державаға әйләнә. Беҙҙең аралағы тауар әйләнеше лә бер нисә тапҡырға артты, тәрән интеграцияны күҙәтәбеҙ. Һул яҡта Беларусь Республикаһының күркәм вәкилен күрәм, беҙҙең өсөн ул хәҙер алыҫ ил булыуҙан туҡтаны. Ҡытай тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым, уларҙан ҙур делегация килде, беҙҙең улар менән эшләргә теләк бик көслө. Ҡытай мөмкинлектәре сикләнмәгән партнер булып тора. Төркиәнән, Һиндостандан, Бангладештан да хеҙмәттәштәрәбеҙҙе күреү беҙҙең өсөн шатлыҡ”.
“Киләсәкте тоҫмаллап буламы? Был донъя иртәнән һуңға, ун-егерме йылдан һуң ниндәй буласаҡ? Донъяның сәйәси үҙәктәре үҙгәрә. Шуға күрә лә БРИКС-тың киңәйеүенең, ШОС илдәре менән хеҙмәттәшлектең төрлө дәүләттәргә, тарыраҡ алғанда – Башҡортостанға йоғонтоһо нимә бирер? Шул турала уйлайыҡ”, – тине Дж. Уифер.
Фото: ibw-bashkortostan.com.