Иҡтисад
24 Ноябрь 2023, 11:55

Донбасс корпорацияһы менән килешеү төҙөлдө

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан менән Донбастың Үҫеш корпорациялары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Донбасс корпорацияһы менән килешеү төҙөлдөДонбасс корпорацияһы менән килешеү төҙөлдө
Донбасс корпорацияһы менән килешеү төҙөлдө

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан менән Донбастың Үҫеш корпорациялары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документта инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, берлектәге саралар ойоштороу һәм башҡа пункттар ҡаралған. Килешеүгә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Мифтахова һәм “Донбастың Үҫеш корпорацияһы” идараһы рәйесе урынбаҫары Илья Бархатов ҡул ҡуйҙылар.

“Илебеҙҙең яңы төбәктәренең инвестиция ҡеүәтен үҫтереү менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуын һәм ошо йүнәлештә Башҡортостандың тәжрибәһен дә үҙләштереүен күреү ҡыуаныслы хәл. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ”, – тине Башҡортостандың ҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас