Иҡтисад
25 Ноябрь 2023, 08:45

Башҡортостан яһалма интеллект өлгөләрен күрһәтте

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “БРИКС-тың киләсәге. Күп полярлы донъяла иртәнән һуңғы көн” тигән секция ултырышы уҙғарылды. 

Башҡортостан яһалма интеллект өлгөләрен күрһәттеБашҡортостан яһалма интеллект өлгөләрен күрһәтте
Башҡортостан яһалма интеллект өлгөләрен күрһәтте

Дәүләт-ара берекмә эксперттары һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән технологиялар тураһында һөйләне.

Һиндостандың Ауыл һәм сәнәғәт үҫеше өлкәһендәге тикшеренеүҙәр үҙәге профессоры Мануш Кумар Теотия үҙ илендәге стартаптарҙың үҫеше тураһында сығыш яһаны.

“Тап ошо өлкәлә Һиндостанда ҙур тәжрибә тупланды, ул БРИКС илдәре өсөн дә файҙалы булырға мөмкин”, – тине ул. – “Стартаптар беҙҙең иҡтисади үҫеште тиҙләтә. Бөгөн уның менән 100 меңдән ашыу ойошма шөғөлләнә”.

Өфө фән һәм технологиялар университетының иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире Вадим Картак Башҡортостанда яһалма интеллектты үҫтереү буйынса барған эш һәм был йүнәлештәге уңыштар тураһында һөйләне.

Фото: ibw-bashkortostan.com.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас