Иҡтисад
25 Ноябрь 2023, 08:30

Өфөлә ТЭФИ-капитал премияһы тапшырҙылар

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ТЭфИ-капитал премияһын тапшырыу тантанаһы уҙғарылды. 

Өфөлә ТЭФИ-капитал премияһы тапшырҙыларӨфөлә ТЭФИ-капитал премияһы тапшырҙылар
Өфөлә ТЭФИ-капитал премияһы тапшырҙылар

Ул, традицияға ярашлы, иң сағыу телевизион программаларға һәм тележурналистарға бирелә. Ойоштороусыһы – “Рәсәй телевидение академияһы” фонды.

Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 33 ҡалаһының 46 телекопанияһынан 147 эш килгән.

Медиахолдинг етәкселеге, журналистар һәм алып барыусылар ингән эксперттар конкурсы еңеүселәрҙе асыҡланы. Улар иҫәбендә Мәскәү, Ульяновск, Петрозаводск, Пенза, Улан-Удэ, Екатеринбург, Белгород, Иркутск журналистары бар. Еңеүселәр сафына “РБК-Өфө” телеканалы ла инде.

Фото:  ibw-bashkortostan.com.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас