Иҡтисад
25 Ноябрь 2023, 10:45

Кампустарҙың нисек эшләүен Рәсәй үҙ ысулдары менән билдәләй

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Кампус: фән һәм эшҡыуарлыҡ инфраструктураһының яңы философияһы” сессияһы уҙғарылды.

Кампустарҙың нисек эшләүен Рәсәй үҙ ысулдары менән билдәләйКампустарҙың нисек эшләүен Рәсәй үҙ ысулдары менән билдәләй
Кампустарҙың нисек эшләүен Рәсәй үҙ ысулдары менән билдәләй

Өфөлә вуз-ара кампус төҙөлөшө етәксеһе Сергей Гладких вуз-ара кампус булдырыу буйынса федераль программаның фәнгә оҙаҡ йылдар буйы йүнәлеш бирәсәк объекттарҙы күҙ уңында тотоуын билдәләне.

“Беҙҙең форум – киләсәккә ҡараш ташларға ынтылыу ул”, – тине Гладких.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов сарала ҡатнашыусыларҙы Өфөләге вуз-ара кампус проекты менән таныштырҙы.

“Был идеология нигеҙендә инновацион белем биреү мөхите тыуҙырыу ята. Проект мәктәпте, юғары мәктәпте һәм фәнде берләштереү өсөн нигеҙ буласаҡ”, – тине спикер.

Рәсәй Финанс министрлығының  Ғилми-тикшеренеү финанс институтының Тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова университет кампустарының йоғонтололоғон билдәләү ысулдары тураһында һөйләне.

Секцияла ошо кампустарҙың финанс механизмы тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡағиҙә булараҡ, төп килем сығанағы – кампустарҙың белем биреү программалары. Аныҡ фәндәргә йүнәлеш тотҡанда дәүләт ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә.

Ҡытайҙағы Нанкин техник университеты профессоры Юечэн Дун үҙ илдәрендә кампустарҙың ниндәй йүнәлештә эшләүе тураһында һөйләне.

Фото: ibw-bashkortostan.com.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас