Иҡтисад
27 Ноябрь 2023, 12:40

Бәхетлеләр 50 килограмм бал аласаҡ

Мәскәүҙә Башҡортостандың ауыл хужалығы аҙналығы үтә.

Бәхетлеләр 50 килограмм бал аласаҡБәхетлеләр 50 килограмм бал аласаҡ
Бәхетлеләр 50 килограмм бал аласаҡ

Мәскәүҙә ВДНХ-лағы "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы аҙналығы башлана. «Аграр Башҡортостан» исемле сара 28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итә.

Башҡортостан стендын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡараясаҡ. Ул күргәҙмәгә килеүселәр араһынан ойоштороусылар билдәләйәсәк бәхетле ғаиләне бүләкләйәсәк. Ғаилә танылған башҡорт балының йыллыҡ запасын, йәғни төбәктең алдынғы умартасыларынан 50 килограмм тәм-том аласаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22376/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас