

Башҡортостанда барған XVI Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы төрлө мөһим башлағыстарға бай. Уларҙың береһе хәләл продукцияға ҡағыла. Атап әйткәндә, Башҡортостанда был төр продукцияны нисек етештереү, стандартлаштырыу, теркәү йәһәтенән тәжриәб уртаҡлашырға һәм алырға тип Малайзия һәм Халыҡ-ара ислам сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре киләсәк. Был хаҡта форумда Малайзияның халыҡ-ара ислам сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Хаджи Мухамад Амин Фахми Бин Солахуддин белдерҙе.
– Бөгөнгө көндә хәләл продукция менән донъяла сауҙа итеү әйләнеше 1 трлн доллар тәшкил итә, яҡын киләсәктә был күрһәткесте 3 трлн долларға еткереп, алдағы йылдарҙа һандарҙы 5 трл долларға тиклем үҫтерергә планлаштырабыҙ.
Бының өсөн беҙгә партнерҙар мөһим. Әлеге йәһәттән беҙең илдән вәкилдәр килеп, Башҡортостан хәләл продукцияһын нисек сертификациялауын өйрәнәсәк. Артабан хеҙмәттәшлек нығынасаҡ, - тип хәбәр итте ҡунаҡ.
Әлеге фекерҙе хуплап, үҙ сиратында Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева Малайзия менән тауар әйләнеше әле үк 25 процентҡа артыуын билдәләне.
– Ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айы эсендә был ил менән хеҙмәттәшлек йәнә 25 процентҡа күтәрелде. Беҙ артабан әле төр продукция, бына тыш ағас материалдар, башҡа төр продукция буйынса килешеүҙәр төҙөйәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
Әлбиттә, хәләл продукция ул аҙыҡ-түлек тигәнде генә аңлатмай – бында дарыуҙар ҙа, косметик тауарҙар ҙа, ислам ҡануниәттәренә ярашлы финанс продукция ла, хатта ҡунаҡсыллыҡ хеҙмәте лә инә. Ошо хаҡта “Хәләл – Рәсәй сифаты”ның Башҡортостандағы вәкиле Илнур Мөхәмәтйәнов әйтеп үтте.
– Рәсәйҙә 20 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Уларҙың 83 проценты, статистикаға ярашлы, хәләл продукцияға ышанысын белдерә. Тимәк, был йүнәлештә артабан да тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк, - тине ул.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ форумы эшен 1 декабргә тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә тағы ла яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырырға, килешеүҙәр төҙөргә планлаштырыла.