Иҡтисад
29 Ноябрь 2023, 10:30

Башҡорт балы Йыһанға ебәрелә

Ул Халыҡ-ара йыһан станцияһына космонавттар өсөн оҙатылды

Башҡорт балы Йыһанға ебәреләБашҡорт балы Йыһанға ебәрелә
Башҡорт балы Йыһанға ебәрелә

"Рәсәй" Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан стендынан илебеҙ космонавтары өсөн башҡорт балын йыһан станцияһына оҙаттылар. Тантана – Аграр Башҡортостан – төбәктең ауыл хужалығы аҙналығы сиктәрендә үтте. Ул 28 ноябрҙә башланды һәм 2 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Сифатлы бал партияһын оҙатыу тураһында космонавтар өсөн махсус туҡланыу етештереүсе – Бирюлев Эксперименталь аҙыҡ-түлек концентраттары заводы менән “Башҡорт балы” етештереү үҙәге һөйләшеп килеште. Производство заводҡа йәмғеһе 40 килограмм бал тапшырған.

Тиҙҙән уны фасовкалаясаҡтар һәм йөк карабында халыҡ-ара йыһан станцияһына оҙаталар, тип хәбәр итте тантанала ҡатнашҡан космонавт, Рәсәй Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Михаил Корниенко.

– Бал космонавтарға орбитала бик кәрәк. Барыһына ла билдәле һәм аңлашыла, был иң файҙалы продукт. Йыһанда ул икеләтә кәрәк – быны мин йыл ярым йыһанда булған кеше булараҡ әйтәм – беҙ уны тулы программа буйынса файҙаланабыҙ. Космонавтың туҡланыу рационында был бик кәрәкле нәмә,  тине Михаил Корниенко.

Бирюлев эксперименталь заводы директоры Михаил Иринев билдәләүенсә, башҡорт балы космонавтар туҡланыуының алыштырғыһыҙ өлөшө булып тора, унда витаминдар һәм микроэлементтар күп. Иң яҡшыһы тип лайыҡлы рәүештә башҡорт балы танылған, шуға күрә тап уны һайлағандар ҙа. 

– Беҙ 20 йылдан ашыу космонавтика ихтыяждары өсөн бал бирәбеҙ, сифатҡа бөтә талаптарҙы беләбеҙ һәм продукциябыҙҙы тағы ла оҙаҡ йылдар бирергә әҙербеҙ, – тине “Башҡорт балы” компанияһы етәксеһе Дилара Ғилфанова.

Башҡортостан стендында балды йыһан станцияһына тапшырыуҙан ауыл хужалығы аҙналығы башланды. Аҙналыҡты асыу тантанаһына йыйылған, “Рәсәй” күргәҙмә-форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов сәләмләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан тауар балы етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында килә. Ағымдағы йылда, һауа шарттары буйынса ҡатмарлы йыл булыуға ҡарамаҫтан, төбәк умарталыҡтарында сифатлы 6,5 мең тонна самаһы матур бал етештерелгән. Республикала 300 меңгә яҡын бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә.

"Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы – илдең бер майҙансыҡта йыйылған мөһим ҡаҙаныштары. Күргәҙмә дауамында ҡунаҡтарҙы мәҙәни-күңел асыу саралары, бай эшлекле һәм белем биреү программаһы көтә.  Күргәҙмәгә Рәсәйҙең 89 төбәгенең, алдынғы федераль ведомстволарҙың, корпорацияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының экспозициялары ҡуйылған.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22390/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас