Иҡтисад
1 Декабрь 2023, 12:15

Радий Хәбиров Максим Решетников менән осрашты

Һуңынан улар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Радий Хәбиров Максим Решетников менән осраштыРадий Хәбиров Максим Решетников менән осрашты
Радий Хәбиров Максим Решетников менән осрашты

1 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш осрашыуы булды. Федераль ведомство етәксеһе Башҡортостанға ил төбәктәренең иҡтисад министрҙары менән тәүге координация кәңәшмәһенә килде.

Осрашыуҙа төбәкте үҫтереү мөмкинлектәре һәм көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Максим Решетников Башҡортостандың федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы тәжрибәһен юғары баһаланы. Министр шулай уҡ Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен нығытыу мөһимлеген билдәләне.

Республика етәксеһе һәйбәт иҡтисади динамикаға булышлыҡ итеүсе министрлыҡ менән берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы «Алға» махсус иҡтисади зонаһын артабан киңәйтеү, Ағиҙел ҡалаһында бизнес өсөн биләмәләр асыу, яңы туристик инфраструктура объекттарын булдырыу, республиканың федераль гранттар алыу конкурстарында ҡатнашыу пландары менән уртаҡлашты.

Журналистар менән әңгәмәлә Максим Решетников һәм Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының төп үҙ-ара эш йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

Максим РЕШЕТНИКОВ: Башҡортостанда беҙ осраҡлы түгел, сөнки республика, беренсенән, федераль инструменттарҙы бик һөҙөмтәле берләштерә. Икенсенән, көн тәртибен һәм башланғыстарын алға ебәрә, улар үҙенсәлекле һәм киң тарала. Бурыстар ҙур, яңғыҙы уларҙы бер кем дә хәл итә алмай. Баҙарҙа барыһына ла урын етә, инвесторҙар, банктар, хеҙмәт ресурстары менән һөҙөмтәле эшләргә генә кәрәк.

Кисә ошо мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Рәсәй Хөкүмәтенең 141-се ҡарарына ярашлы, өҫтәмә үҫеш мөмкинлектәре лә бар. Яңыраҡ ҡына конкурс иғлан ителде - ҡунаҡханалар һәм ҙур парктар - халыҡты йәлеп итеү урындары төҙөүгә ярҙам алыуға һайлап алыу. Унда тау саңғыһы курорттары ла, күңел асыу парктары ла бар. Инвесторҙарҙан банктарға ғаризалар көтәбеҙ. 

Радий ХӘБИРОВ: Беҙ уҙғарған һәр сара - республикаға инвестициялар йәлеп итеү өсөн перспективалар. Әммә бөгөн башҡа нәмә мөһим. Иҡтисад министры менән төбәк командаһының үҙ-ара килешеп эш итеүен тикшерҙек инде. Һәм был үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү дәрәжәһе, минең ҡарашҡа, артты. Ләкин башҡа нәмә мөһим: беҙ иҡтисад министры тарафынан беҙгә еткерелгән федераль иҡтисади сәйәсәтте аңламаһаҡ, иҡтисади эшмәкәрлеккә акцент яһау мөмкин түгел. Бөгөн беҙ ҡулланыу иҡтисадын, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте киңәйтеүҙе һәм ошо йәһәттән компетенцияларҙы арттырыуҙы тикшерҙек.

Бөгөн Максим Геннадьевич туризм өлкәһендә субсидиялар биреүгә ҙур конкурс иғлан ителеүе тураһында әйтте. Дөйөм алғанда, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенә рәхмәт. Ошо йылдар эсендә беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, ә федераль инструменттарҙы - ойоштороу һәм финанс өлкәһендә.

Максим РЕШЕТНИКОВ: Төбәктәр федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкурентлыҡ итә, тинегеҙ. Ләкин ресурстар сикләнгән саҡта федераль Хөкүмәт тә ҡайһы төбәк командаларына ышаныс кимәле күберәк булыуын һәр саҡ анализлай. Кемдер үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы, проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, ә кемдер яңы башлай ғына, уларға өйрәнергә кәрәк әле. Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһы командаһы - ҡеүәтле, көслө. Ул федераль кимәлдә ышаныс менән файҙалана. Был ышаныс тормошҡа ашырылған проекттарға нигеҙләнә.

Радий ХӘБИРОВ: Республиканы 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһының төп концепцияһында 2030 йылға тиклем нимәләр төҙөлөргә, ниндәй макроиҡтисади күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ икәнен белдерәсәкбеҙ. Идара итеү командаһының һөҙөмтәлелеген шунда баһаларға мөмкин буласаҡ.

Стратегик сессияны үткәргәндә коллегаларымдан ижадийыраҡ булыуҙарын һораным. Мәҫәлән, улар «Матур Башҡортостан» тип аталған проект тәҡдим итте. Был «Матур Башҡортостан» уңайлы йәшәү мөхитенә, ихаталарыбыҙға, подъездарыбыҙға ҡағылышлы бөтә программаларҙы ла берләштерәсәк. «Башҡортостан ҡанат йәйә» программаһы бар. Ул инвестициялар менән бәйле.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас