

3 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Дмитрий Крутой менән осрашты. Яҡтар бөгөн Башҡортостан көнө барған “Рәсәй” күргәҙмә-форумы майҙансығында аралашты.
Осрашыуҙа берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың аралаш йомғаҡтары, шулай уҡ иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу мөмкинлектәре тикшерелде. Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе төбәк етәксеһенә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ иткәне һәм ынтылышы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Дөйөм алғанда, “юл картаһы”н һәм партнерлыҡ килешеүҙәрен үтәү билдәләнгән тәртиптә бара, – тип билдәләне Дмитрий Крутой. – Күптән түгел Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы лайыҡлы кимәлдә үтте. Был сарала ҡатнашҡан Беларусь делегацияһы Башҡортостандың тағы ла бер нисә предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеү планын билдәләне. “МАЗ” менән яңы килешеү өсөн дә рәхмәт, юл техникаһы һеҙҙең төбәккә оҙатыла ла инде.
Республика Башлығы артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса яңы башланғыстар хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, тәжрибә алмашыу өсөн 2024 йылда Белоруссияның уңышлы тәжрибәләре нигеҙендә биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү мәсьәләләре буйынса муниципалитет башлыҡтары өсөн уҡытыу программаһын ойошторорға тәҡдим итте. Шулай уҡ планда – еңел сәнәғәттә һәм туризмда хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
– Киләһе йыл башында беҙ яңы эш йүнәлештәрен өйрәнеү өсөн Беларусь Республикаһына барырға планлаштырабыҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, социаль-мәҙәни өлкәлә “Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлеге” проекты кеүек үк уҡыусыларыбыҙҙың Беларусҡа сәфәре программаһын билдәләнеләр. Был Өфө менән Минск араһында авиабәйләнеш һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Дмитрий Крутойҙы 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан юбилей тантаналарына саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.